Бала саҡта ауырыһаҡ
Имләне өләсәйҙәр,
Ҡот ҡойҙолар, өшкөрҙөләр,
Эсереп шифа сәйҙәр.
Мунсаларҙа ҡайын миндек
Ҡыуа ине һыуыҡты,
Доға менән тәнебеҙ ҙә,
Йәнебеҙ ҙә һауыҡты.
Һүҙҙәре сихәтле ине,
Ҡулдары тылсым тулы:
- Минең ҡулым түгел, балам,
Ғәйшә-Фатима ҡулы.
Ғәйшә-Фатималы халҡым,
Аллаһлы халҡым минең
Йәнгә-тәнгә килгән сиргә
Имандан тапҡан имен.
Күпме ҡазаларҙан беҙҙе
Алып ҡалғандыр йолоп
Халҡым табиблығы, йәғни,
Ғәйшә-Фатима ҡулы.
Күпме игелекле ҡулдар
Ярҙам иткәндер гелән
Аллаһ мәрхәмәте менән,
Аллаһ ҡушыуы менән!
- Ғәйшә-Фатима ҡулы төшөнсәһе - Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә һәм ҡыҙы Фатима мөслимәләргә өйрәтеп ҡалдырған дауалау ғилемен ҡулланыу мәғәнәһендә